НИКОЛО-БЕРЁЗОВКА УРТА МӘКТӘБЕ, Краснокама р‑нында урынлашҡан. 1869 й. 1 класлы земство мәктәбе булараҡ асыла. 1919 й. алып сиркәү-мәхәллә мәктәбе м‑н ҡушылғандан һуң берҙәм хеҙмәт мәктәбе (ҡара: Дөйөм белем биреү мәктәптәре), 1928 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1937 й. Касёв урта мәктәбе м‑н берләштерелгәндән һуң хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә (1972 й. Николо‑Берёзовка тулы булмаған урта мәктәбе м‑н берләштерелә). Китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мед. һәм 2 компьютер кабинеты, тамаша һәм 2 спорт залы, оҫтаханалары (слесарлыҡ, ағас эше, тегеү), уҡытыу‑тәж. участкаһы бар. Урта мәктәпте 11 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2013). Тамамлаусылар араһында В.М.Сюткин, Ф.Ә.Әғзәмов. Бында ш. уҡ П.И.Зенцов уҡыған, мәктәп музейында уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

Э.М.Тимерова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика