НИКОВ Григорий Петрович (28.7. 1924, Рязань өлк. Нащи а.), педагог. Пед. ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Н.П.Никовтың ағаһы. Киев пед. ин‑тын тамамлаған (1952). 1941—42 йй. “Башнефтестрой” тресында (Ишембай ҡ.) эшләй. 1955 й. алып Салауат ҡ. 1‑се урта мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1956 й. — дир., 1959 й. — мәктәп-интернат дир., 1963 й. башлап СДПИ‑ла (1969 й. алып уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эштәр б‑са проректор), 1973—2001 йй. БДПУ‑ла (1985 й. тиклем пед. каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре уҡыусыларға тәрбиә биреү һәм һөнәр һайларға өйрәтеү мәсьәләләренә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Прививая интерес к учению. Уфа, 1986; Воспитание гражданина. Уфа, 1987.  

Х.Х.Лоҡманова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика