НИКИФАР УРТА МӘКТӘБЕ, Әлшәй р‑нында урынлашҡан. 1906 й. 1 класлы министрлыҡ мәктәбе булараҡ асыла,__ 1921 й. алып килешеү нигеҙендәге мәктәп, 1932 й. — башланғыс, 1933 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1939 й. хәҙ. статусын ала. Балғажы а. филиалы эшләй. Китапханаһы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, интернаты, компьютер һәм тегеү кабинеттары, спорт һәм тамаша залдары, уҡыу оҫтаханаһы, уҡытыу-тәж. участкаһы бар. 1932 й. башлап мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013). Тамамлаусылар араһында М.Х.Уразлин, Р.Б.Хәкимов.  

И.М.Бикмырҙин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика