НИКИТИН Пётр Иванович (24.2. 1949, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Покровка а.), тренер. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2006). 1989 й. алып “Каучук” спорт клубында (Стәрлетамаҡ ҡ.), 2008 й. — Стәрлетамаҡ р‑нының 2‑се ДЮСШ‑ында, бер үк ваҡытта 1993—2003 йй. — БР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә тренер‑уҡытыусы. Тәрбиәләнеүселәре араһында А.З.Ғаффарова, Л.З.Мусаҡаева, О.К.Обрезкова, Т.А.Тезикова, С.Ә.Хәбирова, ш. уҡ 20‑нән ашыу Рәсәй спорт мастеры. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.