НИКАНОРОВА Татьяна Леонидовна (28.4.1966, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Яңы Балаҡатай а.), йырсы (меццо-сопрано). БР‑ҙың халыҡ (2008) һәм атҡ. (2002) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1997; С.Ә.Асҡаров класы) БДОБТ, бер үк ваҡытта 2007 й. алып Екатеринбург опера һәм балет театры солисы. Йылы һәм бай яңғырашлы көслө тауышҡа эйә; башҡарыу сәнғәтенә тәьҫирлелек, техник камиллыҡ хас. Төп партиялары: Гувернантка (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”, П.И.Чайковский; дебют, 1997), Амнерис (“Аида”, Дж.Верди), Розина (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Дж.Россини), Кончаковна (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Марфа (“Хованщина”, М.П.Мусоргский), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”), Ксантипа (“Memento”, С.Ә.Низаметдинов). Концерт репертуарында А.Вивальдиҙың “Stabat mater”; Г.Малерҙың “Мәрхүм балалар тураһында йырҙар” (“Песни об умерших детях”), Мусоргскийҙың “Үлем йырҙары һәм бейеүҙәре” (“Песни и пляски смерти”) вокальциклдары, боронғо урыҫ романстары, урыҫ халыҡ йырҙары һ.б. Мәскәүҙә БР көндәрендә (2007), “Петербург һабантуйы” халыҡ байрамында (С.‑Петербург), ЮНЕСКО‑ның штаб-фатирында уҙғарылған БР‑ҙың Халыҡ-ара презентацияһында (Париж; икеһе лә — 2008) ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Италия, Көньяҡ Африка Республикаһы, Португалия, Таиланд, Төркиә) буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ-ара опера йырсылары конкурсы (Алькамо ҡ., Италия; 2002) лауреаты, П.И.Чайковский ис. Халыҡ-ара конкурс (Мәскәү, 1998) призёры.  

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика