АҠЫҠ (гр. acátēs), халцедондың йәшерен кристаллы агрегатынан торған тау тоҡомо. Төрлө ҡалынлыҡтағы һәм төҫтәге таптар һәм һыҙыҡтарҙың күп тапҡыр сиратлашыуы хас. Төҫө б‑са А. бер төрлөләргә, нәҙек һыҙыҡлыларға һәм таплыларға айырыла. Бер төрлөләре: карнеол (ҡыҙыл), сапфирин (күкһел йәшел), сардер (көрән), хризопраз (йәшел). Һыҙыҡлылар: төрлө составлы оникстар. Таплылар: гелиотроп (ҡыҙыл таптар йәки йәшел фондағы һыҙыҡтар), моховиктар (ҡара йәки йәшел ҡушылдыҡлы һөттәй аҡ). БР терр‑яһында А. ҙур запастары Силәбе өлк. сигендә (Магнитогорск ҡ. көньяҡ-көнбайыштараҡ) табылған. Биҙәү һәм ярым аҫыл таш.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018