“НИКА”, “Дети плюс” балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр клубтары берләшмәһенең үҫмерҙәр клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1987 й. 64‑се торлаҡ-файҙаланыу идаралығының “Н.” ү .мерҙ .р клубы булараҡасыла, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Бокс залы (2218 м) бар. Бокс, футбол, шайбалы хоккей секциялары эшләй. Боксёрҙар араһында юғары күрһәткестәргә ирешкәндәр: А.В.Шөғәйепов — Рәсәй чемп. (1992), БДБ чемпионатының көмөш призёры (1993); Р.Ф. Ғәлимов — Рәсәй кубогын яулаусы һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (икеһе лә — 1999), үҫмер спортсылар араһында халыҡ‑ара “Ҡара диңгеҙ” кубогы турнирында еңеүсе (Севастополь ҡ., 1994); А.Ә.Ғизетдинов — үҫмерҙәр араһында Рәсәй һәм Европа беренселеге еңеүсеһе (икеһе лә — 1996), үҫмер спортсылар араһында донъя беренселегенең бронза призёры (1998); А.Ә.Ҡәҙимов — Рәсәй ЭЭМ‑ы чемп. (2005); Р.Р. Фәтхуллин — С.Л.Джексон иҫтәлегенә үткәрелгән халыҡ‑ара турнирҙың бронза призёры (Ташкент, 2012). “Н.” Рәсәйҙең бокс б‑са 9 спорт мастеры әҙерләнгән. Клуб м‑н тренерҙар Ф.Ғ. Болғаҡов, Р.А.Ғиззәтуллин, С.Я. Шалухин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Р.А.Ғиззәтуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика