“НИИНЕФТЕОТДАЧА”, ДУП. 1986 й. Өфөлә “Союзнефтеотдача” ҒПБ составында “ВНИИнефтеотдача” булараҡ асыла, 1992 й. алып БР ФА‑ның “НИИнефтеотдача” (1998 й. башлап ДУП), 2005 й. ябыла (ҡара: Нефттең химик механика үҙәге). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть сығарыуҙы интенсивлаштырыуҙың һәм ҡатламға физик‑химик, гидродинамик, газ, тулҡын м‑н, микробиологик тәьҫир итеү ысулдарын ҡулланып, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың комплекслы технологияларын эшләү; нефтехимия комплексы продукцияһы, биологик таҙартыу ҡоролмалары һәм сәнәғәт пр‑тиелары ҡалдыҡтары нигеҙендә нефть сығарыу тармағы өсөн химик реагенттар эшләү (ҡара: Биотехнология) һ.б. Институт составына 8 бүлек, 7 лаб., 5 сектор, фәнни тәьминәт бүлеге, редакция‑нәшриәт төркөмө__ингән. 2 һөнәр б‑са аспирантура эшләгән. Институт ғалимдары тарафынан ҡалдыҡ нефттең составын һәм үҙенсәлектәрен, химик реагенттарҙың ҡатлам флюидтары, нефть м‑н туйынған тоҡомдар һәм ҡыуҙырылған һыу м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүен өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән; нефть сығарған пр‑тиеларҙа нефть биреүсәнлекте арттырыу технологияларын ҡулланыуҙы прогнозлау алымы нигеҙләнгән һәм файҙаланыуға индерелгән; нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙең даими эшләгән матем. моделдәре, сепарациялау үткәреп тормайынса нефть, һыу, газ дебиттарын үлсәү приборҙары һ.б. уйлап табылған. 90‑сы йй. “Н.” өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе файҙаланыу тармағының баш ойошмаһы, “Нефть сәнәғәтендә биоцидтар” тармаҡ программаһын төп башҡарыусы була. БР, РФ, Колумбия, Ҡаҙағстан, Перу, Украина һ.б. нефть ятҡылыҡтарында ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың 40‑ҡа яҡын технологияһы табыла һәм файҙаланыуға индерелә. Уйлап табыуҙарға 178 авторлыҡ танытмаһы һәм патент алынған. Дир.: К.С.Фазлетдинов (1985 й. алып), Р.Н.Фәхретдинов (1992 й. алып), Н.Ш.Хәйрединов (1998 й. алып), В.Е.Андреев (2001 й. алып). 

Р.К.Напольская

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика