НИЗАМОВ Рәшит Зыяфетдин улы (15.11.1935, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл-Уңғар а.), яҙыусы. БССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре, 1967 й. алып “Башҡортостан пионеры”, 1978 й. – “Совет Башҡортостаны” гәз. бүлек мөдире, 1983 й. — “Ваш собеседник” ж. хеҙм‑ре, 1991—2012 йй. — БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты. Рәшит Уңғар псевдонимы аҫтында ла баҫыла. “Ышаныс” исемле тәүге китабы 1971 й. сыға. Балалар өсөн яҙылған “Батырлыҡ дәресе” (1984), “Вәғәҙәң ант булһын” (1988), “Танып ҡыҙы” (2003) хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары, “Тәңре Улының Шишмәһе” (1996), “Изге фарман” (2007) тарихи романдары авторы. “Ил яҙмышы, заман һулышы” китабын (2009) төҙөүселәрҙең һәм мөхәррирҙәренең береһе. Ғ.Соҡорой ис. пр. лауреаты (2007).

Ә ҫ ә р ҙ.: Һине көтә Йырлыбаш: хикәйәләр, әкиәт. Өфө, 1993; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2010—2012; Аманат ҡылысы: повестар. Өфө, 2015. 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика