НИЗАМОВ Рәйес Ғилметдин улы [1.7.1932, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ташлы а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 16.8.1978, шунда уҡ], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1964). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1957) “Совет Башҡортостаны” гәз., 1966 й. алып “Пионер” ж. хеҙм‑ре, 1968 й. — “Ағиҙел” ж. баш мөхәррир урынбаҫары, 1974 й. — баш мөхәррире, бер үк ваҡытта БАССР Яҙыусылар союзы идараһында рәйес урынбаҫары. “Һалдат улы” исемле тәүге китабы 1959 й. сыға. “Ят кешеләр” (1967; урыҫса тәржемәһе 1974), “Атай эҙенән” (1977) повестарында Б.В. һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә. “Мәрйәм” (1964), “Икмәк тәме” (1971) һ.б. повестар авторы. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1978). Өфөлә Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Пароход тауыштары: повесть. Өфө, 1980; Собственный корреспондент: повести и рассказы. М., 1974.  

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика