НИЗАМЕТДИНОВ Салауат Әхмәҙиә улы (3.3.1957, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Миндәк ҡсб – 29.7.2013, Өфө), композитор. РФ‑тың (2003) һәм БАССР‑ҙың (1988) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1983). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1977; Ю.В.Смирнов класы), ӨДСИ‑не (1982; Е.Н.Земцов класы) тамамлаған. 1974 й. алып Н.Сабитов ис. Беренсе Өфө балалар музыка мәктәбендә уҡыта, 1992—98 йй. “Салауат” ижади үҙәге дир., 2000 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2005— 09 йй. БР Композиторҙар союзы рәйесе була. Н. ижадына стиль, жанр һәм тематика киңлеге, образдарҙың фәлс. тәрәнлеге хас; музыкаһы аһәңлеге, үҙенсәлеклеге һәм һүрәтләү сараларының бай булыуы м‑н айырылып тора. Әҫәрҙәре араһында “Ай тотолған төндә”, “Мөхәббәт йондоҙо” (“Звезда любви”; 2000, Ф.М.Бүләков либреттоһы), “Ҡара һыуҙар” (1986; М.Кәримдең ш. уҡ исемле поэмаһы б-са үҙенең либреттоһы), “Memento” (1999; Р.М.Ғәлиев һәм Р.З.Хантимеров либреттоһы), “Нәҡи” (“Наки”, 2009; А.Саҡаевтың ш. уҡ исемле пьесаһы б‑са Ғәлиев либреттоһы) һ.б. опералары, “Бер бөтөндөң ике яртыһы” (“Половинки”; 2004, Ғәлиев либреттоһы) мюзиклы; нәфис һүҙ оҫтаһы, солист, хор һәм симфоник оркестр өсөн “Салауат менән һөйләшеү” 1‑се (халыҡ һүҙҙәренә, Ә.Ҡ.Атнабаев, Салауат Юлаев шиғырҙарына; 1982), Хор өсөн (a cappella) 2‑се (В.Загорянский шиғырына; 1991) симфониялары бар. Хор әҫәрҙәренә лиризм, муз. һәм әҙәби текстың үҙ‑ара гармоник ярашыуы хас: В.Ф.Боков, С.Я.Маршак, Я.П.Полонский шиғырҙарына Ф.И.Шаляпин иҫтәлегенә арналған “Форсат булғанда...” (“По случаю...”; 1993) кантатаһы, Урта быуаттың билдәһеҙ шағирҙары шиғырҙарына “Ваганттарҙың биттәренән” (“Странички из вагантов”; 1992), П.Госсен шиғырҙарына “Көндәлек биттәренән” (“Странички из дневника”; 1999), З.Т.Әбделмәнова шиғырҙарына “Йоҡо алмай” (“Бессонница”; 2002) циклдары һ.б. Камера-инструменталь (тынлы музыка ҡоралдары квинтеты өсөн Балалар сюитаһы, 1978; камера оркестры өсөн Характерлы өс пьеса, 1983; Ҡыллы квартет, 1985 һ.б.) һәм камера‑вокаль (Ш.Анаҡ шиғырҙарына “Дүрт эпитафия” — “Четыре эпитафии”, 1982; башҡ. шағирҙары шиғырҙарына “Башҡорт дәфтәре” — “Башкирская тетрадь”, 1984; Н.Г.Турбина шиғырҙарына “Ҡаралама” – “Черновик”, 1985; М.Ю.Лермонтов шиғырҙарына “Альбомға яҙмалар” — “Записки в альбом”, 1988 һ.б. романстар һәм йырҙар циклдары) әҫәрҙәре; 300‑ҙән ашыу, ш. иҫ. А.Р.Усманов шиғырына “Аҡ миҙгелдәр”, Т.Ҡарамыш шиғырына “Күҙ нурым”, З.С.Ҡотлогилдина шиғырына “Күҙҙәремә ҡара” йырҙары; драма спектаклдәренә, документаль һәм нәфис фильмдарға__музыка авторы. Халыҡ-ара һуҡырҙар һәм насар күргән комп. конкурсы (Прага; 1979, 1988), театр конкурсы (Йошкар-Ола, 2002), “Филантроп” Халыҡ-ара пр. (2006), РФ Композиторҙар союзының Д.Шостакович ис. (2007), Ғ.Сәләм ис. (1988) пр. лауреаты. Н. исеме 2015 й. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһына бирелгән.

Х е ҙ м.: Ялан сәскәләре: йырҙар. Өфө, 1993; Тулҡындарға ҡаршы йөҙәм: эстрада йырҙары. Өфө, 2007; “На земле так много надо мне сказать…”: произведения для хора. Уфа, 2005. Исповедь. Уфа, 2014.

Әҙәб.: Г а л и н а Г. Яңы үрҙәргә ынтылыу //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999; Г а л и н а Г.С. Башкирская национальная опера как документ эпохи (сюжеты, образы, драматургия). Уфа, 2010. 

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика