НИЗАМЕТДИНОВ Рәйес Йәүҙәт улы [10.10.1964, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Наурыҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны)], бейеүҙәр ҡуйыусы, ҡурайсы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1990) ауыл мәҙәниәт йорто дир., 1992 й. алып балалар музыка мәктәбендә, 1994 й. – “Ирәмәл” балалар ижады үҙәгендә (бөтәһе лә — Учалы р‑ны Уральск а.) уҡыта, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап “Ләйсән” бейеү ансамбленең художество етәксеһе; 2000 й. алып Учалы филармонияһының бейеү ансамбле етәксеһе, 2004 й. — реж.‑ҡуйыусыһы, 2010 й. — “Асы” шифаханаһы дир. урынбаҫары. 40‑тан ашыу бейеү ҡуя: “Ете ырыу”, “Ҡурайсы”, “Мираҫ”, “Тарпандар” һ.б.; “Салауат йыйыны” Респ. фольклор байрамы (Салауат р‑ны Малаяҙ а., 2004) балетмейстеры. “Ирәмәл” бейеү ансамбле, “Ирәмәл” ҡурайсылар ансамбленең (1994 й., 1999 й. алып “өлгөлө”) ойоштороусыһы һәм етәксеһе. Респ. яңғыҙ бейеү башҡарыусылар конкурстары (Учалы ҡ., 1995, 1998), Й.Иҫәнбаев ис. (Өфө, 1999; Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а., 2001, 2006, 2011) һәм И.Дилмөхәмәтов ис. (Йылайыр р‑ны Йылайыр а., 2003) приздарға ҡурайсылар конкурстары, “Йәшлек‑шоу” йәштәр фестивале (Өфө, 2000), өзләүселәр конкурсы (Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а., 2007), Бөтә Рәсәй хореография коллективтары (Стәрлетамаҡ ҡ., 1998) конкурсы, “Берҙәмлек” Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалдәре (Октябрьский ҡ., 2004, 2006) лауреаты; Халыҡ-ара өзләүселәр конкурсы (Абакан, 2007) һ.б. дипломанты. Ш.Бабич ис. (2000), М.Мортазин ис. (1996) пр. лауреаты. 

Г.Ю.Солтанбаева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика