НИҒМӘТУЛЛИН Рауил Хөрмәт улы [12.5.1941, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ғүмәр а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 5.9.2005, шунда уҡ], шағир. БССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1984). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1970 й. алып Ишембай р‑ны Әхмәр урта мәктәбе дир., 1973 й. — РСФСР Мәғариф министрлығы милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалында ғилми хеҙм‑р, 1977 й. — “Башҡортостан уҡытыусыһы” ж. мөхәррир урынбаҫары, 1979—84 йй. һәм 1989—90 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте хеҙм‑ре, 1984—89 йй. БАССР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында яуаплы секретарь. 1990—2004 йй. БДПУ‑ла уҡыта. “Тауҙарҙа таң” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1981 й. сыға. “Мөхәббәткә юҡ ул өҙәрем” (1989), “Ҡыңғырауҙар” (1996), “Тауҙарыма ҡарап” (2001) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар, балалар өсөн яҙылған “Еңмеш” (1982), “Кемгә ниндәй исем” (1992), “Урман музыканттары” (1999) китаптары, ш. уҡ башҡ. әҙәбиәте б‑са уҡытыу-методик әсбаптар авторы.

Ә ҫ ә р ҙ.: Япраҡ еле: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1984; Аҡ нур: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1991. 

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика