НИҒМӘТУЛЛИН Әхәт Зәйнетдин улы [30.11.1921, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үтәй а. (Ырымбур өлк. Красногвардейский р‑ны) — 11.5.2015, Өфө], әҙәбиәт белгесе, шағир. Филол. ф. д‑ры (1993), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Журналистар союзы (1966), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1949). 1942—44 йй. Үтәй тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, 1953 й. алып Тубыл пед. ин‑тының татар филол. каф. мөдире, 1954 й. — БДУ‑ла, 1994—2001 йй. БДПУ‑ла (1997—98 йй. шәхси белем биреү методикаһы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы), бер үк ваҡытта 1998—2008 йй. Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында (1999 й. тиклем туған һәм сит телдәр каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. һәм татар әҙәбиәтен өйрәнеүгә, уларҙың бәйләнешенә, мәктәптә туған әҙәбиәтте уҡытыу методикаһына арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, башҡ. һәм татар әҙәбиәте б‑са уҡытыу‑методик әсбаптар, ш. уҡ “Их, ғ .мерҙең үҙәндәре-үрҙәре” (2002), “Өҙҙөрөп бер ҡараның да...” (2006), “Көҙгө ҡыҙыҡ күрһәтә” (2007; бөтәһе лә — татар телендә) шиғыр йыйынтыҡтары, “Кейәү үҙебеҙҙеке” (1967) комедияһы һ.б. авторы. Әҫәрҙәрен Әхәт Зәйни псевдонимы аҫтында баҫтыра. Шиғырҙарына М.М.Ғиләжев, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. йырҙар ижад иткән. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985). М.Ғафури ис. пр. лауреаты (2007).

Ә ҫ ә р ҙ.: Мәжит Ғафури ижады (идея-эстетик эволюцияһы). Өфө, 2005; Технологическо-методологические аспекты проблемного и развивающего обучения. Елабуга, 1999; Язмыш моңнары: шигырьләр, җырлар, поэмалар, робагыйлар, мәсәлләр, кыйссалар, хикмәтле тәгъбирләр. Уфа, 2009.  

Тәрж М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика