АҠЪЯР ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ташлы йылғаһында (Таналыҡ й. ҡушылдығы). Быуаның һыу ағыҙғыс ҡапҡаһы йылға тамағынан һәм Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а. 3,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысынан өҫтә йылғаның һыу йыйыу майҙаны 423 км2, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 49,4 млн м3, файҙалы күләме 49,2 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 7,4 км2, оҙонлоғо 9,4 км, уртаса киңлеге 0,96 км (макс. 1,93 км), уртаса тәрәнлеге 6,6 м (макс. 16 м). Гидроузел составы: уртаса баҫымға иҫәпләнгән, тупраҡтан өйөп һалынған, юғары һөҙәк бите нығытылған, һыртына асфальт түшәлгән, төптән һыу ағыҙғыслы плотина (оҙонлоғо 2,3 км, өҫкө һырты б‑са киңлеге 10 м, бейеклеге 17,8 м); һыу бүлгес канал (оҙонлоғо 528 м, төбөнөң киңлеге 80 м), боҙҙан һаҡланыу ҡоролмаһы (оҙонлоғо 145 м). Һыуы сөсө, гидрокарбонат‑сульфатлы, магний‑кальцийлы. Тәғәйенләнеше: ағымды көйләү, һыу менән тәьмин итеү. Шулай уҡ һуғарыу, балыҡ үрсетеү, рекреация маҡсаттарында файҙаланыла. 2000 й. төҙөлгән.

Ш.К.Шабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.