НИҒМӘТИ (Ниғмәтуллин) Рәшит Ниғмәтулла улы [27.1.1909, Һамар губ. Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай а. (Һамар өлк. Оло Чернигов р‑ны) – 13.10.1959, Өфө, Н.К.Крупская ис. баҡсала (хәҙ. С.Юлаев ис. баҡса) ерләнгән], шағир. БАССР‑ҙың халыҡ шағиры (1959). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыған (1916—18). 1931—33 йй. һәм 1936—37 йй. “Ленин юлы” (ҡара: “Туймазинский вестник”) гәз. эшләй, 1937 й. алып БАССР Яҙыусылар союзы идараһының әҙәби консультанты, 1943 й. — яуаплы секретары, 1946 й. — “Үктәбер” (ҡара: “Ағиҙел”) ж., 1948—49 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте хеҙм‑ре. “Кереш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1933 й. сыға. Шиғриәте гражданлыҡ, идея үткерлеге, хис‑тойғоларға ышандырыу көсө м‑н айырылып тора. Тәүге осор ижадында шағир совет дәүеренең тормош принциптарын раҫлай (“Һөйөү”, 1932; “Баҫыу хөкөмө”, 1933 поэмалары һ.б.). “Тарих тауышы” (1934) поэмаһы, “Испан ҡыҙы Тереза” (1936) һ.б. шиғырҙары донъя яҙмышы өсөн хәүефләнеү, һуғышҡа ҡаршы пафос м‑н һуғарылған. Башҡ. фольклоры традицияларында яҙылған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (1939) поэмаһы башҡ. халҡының үткәненә һәм бөгөнгөһөнә арналған. Б.В. һуғышы йылдарында яҙылған әҫәрҙәрендә (“Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһы, 1942; “Һинең кәләшеңдең хаттары” шиғыры, 1943, һ.б.) шағир халыҡ исеменән сығыш яһап, совет һалдаттарын дошманға ҡаршы аяуһыҙ булырға һәм еңеү м‑н ҡайтырға өндәй. “Һаҡмар ҡыҙы” (1952), “Сәләм һүҙе” (1955), “Осҡондан ялҡын” (1962) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар, балалар өсөн яҙылған “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” (1944), “Киләсәккә сәйәхәт” (1947), “Хәйерле юл һеҙгә” (1951) китаптары авторы. “Врач Ғимранов”, “Урман шаулай”, “Ағиҙел ярында” драмаларын һ.б. яҙған. Әҫәрҙәре урыҫ, украин, сыуаш, үзбәк, грузин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. “Игорь полкы тураһында һүҙ” (1951); С.П.Злобиндың “Салауат Юлаев” (1943), М.Ю.Лермонтовтың “Маскарад” (1958), А.С.Пушкиндың “Дубровский” (1948), “Руслан һәм Людмила” (1955), В.П.Катаевтың, В.В. Маяковскийҙың һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Пьесалары респ. театрҙарында ҡуйыла. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), “Почёт Билдәһе” (1949, 1955) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында, Баймаҡ, Октябрьский ҡҡ., Хәйбула р‑нының Аҡъяр а., Әбйәлил р‑нының Красная Башкирия а. урамдар шағир исеме м‑н аталған; Өфөлә Н. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, урам аталған, С.Юлаев ис. баҡсала һәйкәл ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1958—1964; Әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 1982—1983; Во весь голос: стихи и поэмы. Уфа, 1949; Искра: поэма и стихи. М., 1964.

Әҙәб.: Х ө с ә и е н о в Ғ.Б. Халҡ шағире Ниғмәти: тәнҡит-биографик очерк. Өфө, 1960. 

 

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика