НИҒМӘТИ (Ниғмәтуллин) Ғәлимйән Әмирйән улы [26.7.1897, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 4.11. 1941 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 4.12. 1941), Коми АССР‑ы Усть-Вымь а.], әҙәбиәт белгесе. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә, Мәскәү журналистика ин‑тында уҡыған (1922—23). 1918 й. алып “Кызыл яу” (“Ҡыҙыл яу”; Өфө), “Азад Себер” (Омск ҡ.) һ.б. гәз. хәбәрсе, 1923 й. — РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК инструкторы. 1926 й. башлап Ҡазанда йәшәй һәм эшләй: 1927 й. тиклем “Кызыл Татарстан” (“Ҡыҙыл Татарстан”) гәз., 1928—30 йй. Татарстан китап нәшриәтендә баш мөхәррир; 1929 й. алып Ҡазан пед. ин‑тында (1934—37 йй. татар теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире) уҡыта, бер үк ваҡытта 1930—32 йй. “Яналиф” (“Яңы әлифба”) ж. яуаплы мөхәррире. Н. хеҙмәттәре (“Максим Горький: тормошо, көрәше һәм ижады”, 1928; “Революция йылдарындағы әҙәбиәтебеҙ”, 1929; “Татар совет әҙәбиәте үҫештә” 1934; һ.б.; бөтәһе лә – татар телендә) совет әҙәбиәте теорияһына, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, татар яҙыусыларының ижадына арналған. Байтаҡ эштәре башҡорт әҙәбиәтенә (“Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте”, “Шәйехзада Бабич”; икеһе лә — 1929, татар телендә) арналған. 1937 й. репрессиялана (төрмәлә вафат була); 1956 й. аҡлана.

Ә ҫ ә р ҙ.: Сайланма әсәрләр. Казан, 1958.  

  С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика