НӘСИБУЛЛИН Руслан Рафиҡ улы (2.3.1981, Верхотурье ҡ.), спортсы. Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2003), фехтование б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2004). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2005). Урал физик культура акад. тамамлаған (2004). 19‑сы СДЮШОР (Өфө) тәрбиәләнеүсеһе, 1998—2010 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, бер үк ваҡытта 1999—2011 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары Ә.К.Ибраһимов, Д.Ф.Сәйфетдинов). Команда зачётында Олимпия уйындарының бронза призёры (2004). Шәхси зачётта Донъя кубогы этабында еңеүсе (2003), Рәсәй чемп. (2001, 2003—04, 2009), Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2000, 2005, 2008), хәрби хеҙм‑рҙәрҙең (2003) һәм Рәсәй Хәрби көстәренең (2002) Бөтә донъя уйындары еңеүсеһе, команда зачётында Европа (2004) һәм Рәсәй (2003—04) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (2004), Европа чемпионатының бронза призёры (2003), хәрби хеҙм‑рҙәр араһында донъя чемп. (2002). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2002) һәм Рәсәй (1998—2001) чемп., донъя чемпионатының көмөш призёры (2002). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—10). 2011 й. алып Рәсәй үҫмер спортсылар йыйылма командаһы тренеры. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2006), Салауат Юлаев орд. (2004) м‑н бүләкләнгән.  

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика