НӘҪЕР (ғәр.), лиро‑патетик йөкмәткеле бәләкәй күләмле сәсмә әҫәр, әҙәби жанр. Хисле булыуы һәм эске ритмикаһы м‑н шиғри телмәргә яҡын тора; йыш ҡына антитеза алымдарына ҡорола. Н. эҙмә-эҙлекле сюжет үҫеше булмай, унда ниндәй ҙә булһа берәй әһәмиәтле ваҡиға һәм герой т‑да хикәйәләнә; художестволы эффект ассоциатив һәм образлы параллелизм аша тормошҡа ашырыла, унда пейзаж һүрәтләмәләре һәм лирик-фәлс. уйланыуҙар мөһим роль уйнай. Урта быуаттар фарсы‑ғәрәп әҙәбиәтендә (ҡара: Көнсығыш әҙәбиәте) Н. юғары хис‑тойғоларға, ҡатын-ҡыҙҙарға дан йырлағандар. 20 б. 20‑се йй. башҡорт әҙәбиәтендә Н. жанры яңырыу кисерә. И.Насыриҙың “Сәскәләр... Ләкин башҡалар” (1927), Б.Ишемғолдоң “Ҡан”, А.Карнайҙың “Боролошта” (“На повороте”; икеһе лә — 1928), Т.Йәнәбиҙең “Сиртелгән ҡылдар” (1930) һ.б. китаптарына ингән Н. йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу, яңы көстәрҙең еңеүе данлана. 20 б. 2‑се ярт. – 21 б. баштарындағы башҡ. прозаһында (И.Ә.Абдуллин, Т.Х.Ғарипова, Н.Нәжми, Р.Н.Ханнанов һ.б. Н.) жанрҙың синкретиклығы, лирик-романтик һәм соц.‑фәлс. башланғыстарҙың синтезы күҙәтелә. 

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика