НӘЗИРОВ Кашаф Нурислам улы [25.8.1929, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Алайғыр а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 24.4.2005, Өфө], актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1988) һәм атҡ. (1974) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1960). Башҡ. театр-художество уч‑щеһын тамамлаған (1948; Х.Ғ.Бохарский, В.Ғ.Ғәлимов курсы). 1956—89 йй. БАДТ актёры. Эксцентрика, гротеск, үткер сатира алымдарына маһир комик актёр: Подколесин (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Мөхлис (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Йыһанша (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин), Байымбәт бей (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Ғиззәтулла (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин). Телевизион юмористик тапшырыуҙарҙа байтаҡ комик образдар, ш. иҫ. “Һаран бай һәм Зиннәт ағай” телеспектаклендә Дәүләтбай образын, ижад итә.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Яндекс.Метрика