НӘЗИРӘ (ғәр.), кемгәлер эйәреп яҙылған шиғри форма, Яҡын һәм Урта Көнсығышта, Урта Азияла таралған. Н. яҙыусы оригиналдың төп темаһын, шиғыр юлының үлсәмен, рифма тәртибен һаҡлап, уны үҙенсә эшкәртә, авторҙың ҡайһы бер фекерҙәренә ҡаршы килә. Низами поэмаларына Жәми, Әмир Хөсрәү Дәһләүи һ.б. нәзирәнең классик өлгөләрен яҙа. Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса‑и Йософ”, Ҡотбтың “Хөсрәү вә Ширин”, С.Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки” һ.б. әҫәрҙәр Н. формаһында яҙылған. Башҡорт әҙәбиәтендә был формаға Р. Ниғмәти мөрәжәғәт итә, уның “Тимер юл” (1940) поэмаһы Н.А. Некрасовтың ш. уҡ исемле поэмаһына үҙенсәлекле Н. булып тора.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006.

Р.Н.Байымов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Яндекс.Метрика