АҠЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ №1, Хәйбулла р‑ны. 1919 й. яңы ысуллы мәҙрәсә (1908 й. нигеҙләнгән) нигеҙендә 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1933 й. алып колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. — башҡ. урта мәктәбе, 1946 й. — урыҫ‑башҡ. урта мәктәбе, 1970 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу оҫтаханалары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. 1946 й. алып мәктәпте 2,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Ҡ.Аралбай, З.А.Бағышаев, И.Ғ.Дәүләтбирҙин, С.Ә.Солтанов, Ғ.Ғ.Шафиҡов.

И.Р.Ҡарабаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке