НӘҘЕРҒОЛОВ Миңлеғәли Хөсәйен улы [7.10.1953, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Ишбулды а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны)], әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (2010). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2007). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) ТТӘИ‑лә (1997 й. алып бүлек мөдире) эшләй. 1981—90 йй. һәм 2009—10 йй. (1987—89 йй. етәксе) археографик экспедицияларҙа ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. әҙәбиәте тарихына, археографияға, текстологияға, әҙәби тәнҡиткә арналған. Инан Әбделҡадир, Ғ.Соҡорой, Ф.К.Туйкин, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшереп, баҫмаға әҙерләй. “Башҡорт әҙәбиәтенең тарихи-функциональ жанрҙары” (“Историко-функциональные жанры башкирской литературы”; 2002), “ХVI—ХХ бб. башындағы башҡорт тарихи-әҙәби әҫәрҙәре” (“Башкирские историко-литературные сочинения ХVI — начала ХХ века”; 2013) китаптарында шәжәрә, тәуарих һәм тарихнамәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм үҫеше яҡтыртылған. 6 томлы “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһының авторҙашы, башҡ. әҙәбиәте антологияһын һ.б. төҙөүселәрҙең береһе. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: XVI—XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. Өфө, 2004; Başkurt şecereleri=Башҡорт шәжәрәләре. Ankara, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Яндекс.Метрика