НӘЖМИ Назар [ысын исеме Нәжметдинов Назар Нәжметдин улы; 5.2. 1918, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Миңеште а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) – 6.9.1999, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1951). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз., “Әҙәби Башҡортостан” (ҡара: “Ағиҙел”) ж. хеҙм‑ре, 1954 й. алып БАДТ дир., 1955 й. — “Һәнәк” ж. мөхәррире, 1959 й. — яуаплы секретары, 1962—68 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. “Тамсылар” исемле тәүге китабы 1950 й. сыға. Шиғриәтенә драматик көсөргәнешлектең лирик нескәлек м‑н үрелеп барыуы, сағыу образлылыҡ хас. Уның ижадында һуғыш темаһы төп урынды алып тора (“Ҡанатлы ҡыҙ”, “Иҫән ҡалһам”, “Роза сәскәһе” шиғырҙары, бөтәһе лә – 1944; “Әсә”, 1948; “Ҡайындар”, 1959; “Күлдәк”, 1970 һ.б. поэмалары). “Шағир һәм шаһ” (1969—1970), “Иблес” (1973—76) һ.б. поэмаларының нигеҙендә йәшәү мәғәнәһе, кешенең йәмғиәттәге роле, әхлаҡи тотороҡлоғо т‑да уйланыуҙар ята. “Урал” (1976) поэмаһы И.И.Дилмөхәмәтовҡа арналған. Ул хәҙ. замандың әхлаҡи һәм соц. мәсьәләләрен сағылдырған “Яҙғы йыр”, “Ҡыңғыраулы дуға” драмаларын, “Хуш, Хәйрүш!”, “Егет егетлеген итә” һ.б. комедиялар ижад итә. “Ҡарҙар яуа” (1971), “Тарафтар” (1980), “Атай йорто” (1988) һ.б. шиғри йыйынтыҡтары; “Яҡтылыҡ юғарынан төшә” (1972), “Кем уйлаған” (1983), “Күңел сәхифәләре” (1999) исемле әҙәби‑тәнҡит һәм публицистик китаптар авторы. Әҫәрҙәре урыҫ (Я.А.Козловский, Е.М. Николаевская, И.А.Снегова һ.б.), украин, әзербайжан, яҡут телдәренә тәржемә ителгән. Р.Ғ.Ғамзатов, Ҡ.Ш.Кулиев, М.Ю.Лермонтов, Н.А.Некрасов, А.С.Пушкин һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Пьесалары респ. театрҙарында ҡуйылған. Уның шиғырҙарына З.Ғ.Исмәғилев, Ш.З.Ҡолбарисов, Н.Ғ.Сабитов, Р.М.Хәсәнов һ.б. комп. тарафынан йырҙар ижад ителгән. БАССР ЮС‑ының 6—7‑се саҡырылыш депутаты. РСФСР‑ҙың М.Горький ис. Дәүләт пр. (1982), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1972) лауреаты. Окт. Революцияһы (1978), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), Почёт (1999) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында шағирҙың йорт‑музейы асылған; уның исемендәге премия булдырылған. Дүртөйлө ҡ. урам һәм башҡ. гимназияһы, сквер (бында Н. һәйкәл ҡуйылған), Дүртөйлө р‑нында АХПК уның исеме м‑н аталған; Өфөлә шағир йәшәгән йортҡа — мемориаль таҡтаташ, тыуған ауылында ҡәберенә мемориал ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 1977—1978; Всегда под звёздами. М., 1975; Приглашение другу. М., 1984.

Әҙәб.: Ә х м ә т й ә н о в К.Ә. Назар Нәжми – шиғыр оҫтаһы. Өфө, 1974; Х а б и р о в А.Х. Назар Наджми: семинарий. Уфа, 2006.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Ф.С.Фазылова 

 

Яндекс.Метрика