НӘБИУЛЛИН Рәфил Рауил улы (23.1.1952, Өфө – 18.9.2002, шунда уҡ), актёр. РФ‑тың атҡ. (2000), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1989 й. алып ӨДСИ‑лә уҡыта. Күп яҡлы актёр. Драматик, трагик һәм лирик образдарҙы берҙәй оҫталыҡ м‑н кәүҙәләндерә; буффонада, гротеск, сатира ысулдарын, парадоксаль дәлилләү алымдарын оҫта ҡуллана: Мандрагора‑Пьеро (“Улар дүртәү” — “Их четверо”, Г.Запольская), Ир кеше (“Онотолған әҙәм”, Н.Хикмәт), Павел (“Әҙәмсә йәшәһәң ине”, Н.Т.Терентьев), Эварист (“Һандуғастар килгән беҙгә”, И.Ғ.Юзиев), Марат Маликов (“Бында минең төйәгем”, Ғ.Ғ.Шафиҡов). Сағыу комик һәләте уға Шымсы (“Башмағым”), Низами (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), ҡуян Ғәләүи (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин), Ғәбдрәшит (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи) кеүек иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырыуға булышлыҡ итә. Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто халыҡ театрында М.Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаһы б‑са ш. уҡ исемле спектакль, Мольерҙың “Ялған ауырыу” (“Мнимый больной”); ӨДСИ‑нең уҡыу театрында А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”) һәм “Төшөмлө урын” (“Доходное место”), Б.Бикбайҙың “Ҡарлуғас” спектаклдәрен ҡуя. “Кинйә” к/ф (“Баштелефильм”, 1988) Перовский ролен башҡара.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

 

Яндекс.Метрика