“НЕФТСЕ”, спидвей б‑са клуб командаһы. 1970 й. алып Октябрьский ҡ. Туймазы быраулау эштәре идаралығында “Буровик” командаһы булараҡ, 1972—90 йй. “Н.” ДОСААФ ҡала ком‑ты һәм “Башнефть” ПБ ҡарамағында эшләй. “Н.” парлы уҙышта СССР кубогын яулаусы (1989), СССР чемпионаттарының көмөш (1983) һәм бронза (1982) призёры. Үҫмер спортсылар араһында СССР шәхси чемпионаттары еңеүселәре — Ф.М.Кәлимуллин (1979), И.К.Зверев (1983). Кәлимуллин (1980), Зверев (1982) СССР йыйылма командаһы составында “Социалистик илдәрҙең Дуҫлыҡ кубогы” халыҡ‑ара ярыштарында еңеүселәр. Командала тәрбиәләнеүселәр араһында Р.М.Мәрҙәншин, М.Л.Старостин, А.Р.Фәйзуллин. “Н.” м‑н тренерҙар М.И.Ворсин, З.Б.Ғафуров, Р.М.Ғәтиәтов, Н.И. Кизимов, Н.Л.Платонов, Р.Б.Юлбарисов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.  

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.