НЕФТЬ ТЕХНИКУМЫ, Өфөлә урынлашҡан, 1946 й. Черниковск ҡ. (хәҙ. Өфө эсендә) асылған. 2003 й. Яғыулыҡ‑энергетика колледжы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: етештереү процестарын автоматлаштырыу, нефть һәм газ эшкәртеү, органик синтез технологияһы, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте пр‑тиелары ҡорамалдарын техник хеҙмәтләндереү, ремонтлау, нефть, газды ташыу һәм һаҡлау, органик матдәләрҙең һәм юғары молекуляр берләшмәләрҙең химик технологияһы, газ, нефть үткәргестәрҙе һәм газ, нефть һаҡлағыстарҙы файҙаланыу, автоматлаштырылған системаларҙы файҙаланыу һ.б. Китапханаһы, 2 компьютер кабинеты, оҫтаханалары, спорт һәм тамаша залы, ятағы, уҡыу полигоны була. Уҡыу йорто м‑н З.И. Бәхтизин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 12 меңгә яҡын белгес әҙерләнә (2003), улар араһында Л.И.Быков, З.Н.Дауытов, Г.А.Иванов, З.Р.Исмәғилев, Ә.Ф. Ишкилдин, Ә.Ш.Мусин, П.Л.Ольков, М.Ғ.Рәхимов, Р.М.Усманов, Т.З. Хурамшин

Т.Г.Карпова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика