НЕФТЬ ТЕХНИК УНИВЕРСИТЕТЫ, 1943 й. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тының (1930 й. нигеҙләнгән) Өфө филиалы булараҡ асыла, 1941 й. окт. Өфөгә эвакуациялана. 1948 й. алып Өфө нефть ин‑ты, 1993 й. — Өфө дәүләт нефть техник ун‑ты. Составына 9 ф‑т (производство процестарын автоматлаштырыу, архитектура‑төҙөлөш, тау‑нефть, гуманитар, ситтән тороп уҡыу, механика, ижади үҫеш ижт. факультеты, технология, үткәргес торба транспорты); Өҫтәлмә һөнәри белем биреү (1994 й. нигеҙләнгән), иҡт. (2005) ин‑ттары; Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтары институты; Октябрьский (1956), Салауат һәм Стәрлетамаҡ (икеһе лә — 1962) ҡҡ. филиалдары; сит ил уҡыусылары м‑н эш деканаты; юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү, энергия тәьминәте, соц. үҫеш һ.б. үҙәктәре; био‑ һәм органик химия, хеҙмәт шарттарын экспертизалау лаб.; “Солуни” уҡыу-ғилми‑производство полигоны һ.б. инә. Китапханаһы, музейы, шифахана- профилакторийы, стационарлы студенттар поликлиникаһы, спорт‑һауыҡтырыу лагеры бар. Тамамлаусыларға белгес квалификацияһы, бакалавр, магистр дәрәжәһе бирелә. Уҡытыу көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә 25 бакалавриат йүнәлеше, 12 магистратура йүнәлеше һәм 2 һөнәр б‑са алып барыла. 28 һөнәр б‑са аспирантура, 6 һөнәр б‑са докторантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау советтары (4) эшләй. Уҡытыусылар араһында 168 фән д‑ры һәм 511 фән канд. (2014). Университет хеҙм‑рҙәре тарафынан уйлап табыуҙарға 2,8 меңдән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патент алынған. 75 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013). ӨДНТУ Австрия, Бөйөк Британия, Венгрия, Германия, Дания, Ҡытай, Франция һ.б. университеттары һәм ғилми‑производство учреждениелары м‑н хеҙмәттәшлек итә, Халыҡ‑ара университеттар ассоциацияһына инә (1996 й. алып). Университетта йыл һайын 150‑нән ашыу дәреслек, уҡыу әсбабы, монография нәшер ителә; “Нефтегазовое дело” (“Нефть һәм газ эше”), “Транспорт и хранение нефтепродуктов и углеводородов” (“Нефть продукттарын һ .м углеводородтарҙы ташыу һәм һаҡлау”), “Башкирский химический журнал” ж., “За нефтяные кадры” (”Нефть кадрҙары өсөн“) гәз. сығарыла. Дир.: А.В.Фатеев (1943 й. алып), М.И.Сәйфуллин (1949 й. алып), Б.В.Клименок (1952 й. алып); ректорҙары: В.Е.Губин (1954 й. алып), В.Л.Березин__ (1964 й. алып), З.И.Сөнәев (1970 й. алып), А.И.Спивак (1976 й. алып), А.М.Шаммазов (1994 й. алып), Р.Н.Бәхтизин (2015 й. алып). Университет терр‑яһына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған мемориаль комплекс ҡуйылған (2005).

Әҙәб.: С п и в а к А.И. Записки ректора. М., 2002; Государственное образовательное учреждение высшего профессионального образования “Уфимский государственный нефтяной технический университет”. Уфа, 2003.  

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика