“НЕФТСЕ”, “Өфө” футбол клубының стадионы, автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1966 й. “Уфанефтехим” ААЙ‑ның “Нефтсе” спорт комб‑ты булараҡ ойошторола (1998—2008 йй. “Н.” коммерцияға ҡарамаған партнёрлыҡ), 2012 й. хәҙ. статусын ала. “Н.” составында физик культура йорто (1966 й. төҙөлгән), стадион (1967; 2015 й. реконструкцияланған), бассейн (1970) бар. Физик культура йортонда спорт залы (36×18 м), трибуналар (250 урынлыҡ), атлетик гимнастика (12×9 м), бокс (16×9 м), хореография (14×6 м), тренажёр залдары (7×6 м), 2 сауна һ.б. эшләй. Стадиондың яһалма ябыулы һәм автоматлаштырылған йылытмалы системаһы булған төп футбол яланы (105×68 м), трибуналары (15200 урынлыҡ), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), бейеклеккә, оҙонлоҡҡа, ҡолға м‑н һикереү өсөн секторҙары, цифрлы электрон таблоһы; яһалма ябыулы запас футбол яланы (94×60 м), мини‑футбол өсөн 4 майҙансығы, асыҡ теннис корты; уйынсы һәм судьялар өсөн сисенеү бүлмәләре м‑н адм.‑көнкүреш корпусы, протокол төҙөү, видеояҙмалар ҡарау, допинг‑күҙәтеү өсөн бүлмәләре, пресс‑үҙәк, тергеҙеү үҙәге, оператор бүлмәһе, радиоузелы һ.б. бар. Бассейндың ваннаһы (50×21 м, 12×3 м), спорт (23×8 м) һәм тренажёр (119 м) залы, 3 саунаһы һ.б. бар. “Н.” базаһында “Өфө” футбол клубы мәктәбе, 30‑сы ДЮСШ‑тың йөҙөү бүлектәре һәм Хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, спорт аэробикаһы, бокс, еңел атлетика, йөҙөү, теннис, шейпинг һ.б. б‑са секциялар эшләй. “Н.” БАССР һәм Польша командалары араһында халыҡ‑ара осрашыу (1972), бөтә Союз уйындары (1988), үҫмерҙәр араһында СССР (1987) һәм инвалидтар араһында йөҙөү б‑са Рәсәй беренселеге (1995), һыу аҫтында тиҙлеккә йөҙөү б‑са СССР (1981) һәм РСФСР беренселеге (1982), хәҙ. бишбәйге б‑са СССР (1984, 1987) һәм Рәсәй беренселеге (2007), 1979 й. алып М.Ғ.Гәрәев иҫтәлегенә (1987 й. тиклем — призына) йыл да бокс б‑са бөтә Рәсәй турниры, 2015 й. — “Өфө” футбол клубы ҡатнашлығында футбол б‑са Рәсәй чемпионаты матчтары уҙғарыла.  

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика