“НЕФТЕХИМИК”. 1962 й. 18‑се комб‑ттың (Салауат ҡ.) Нефтехимиктар мәҙәниәт һарайы булараҡ асыла, 2002 й. алып “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑ның “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы. 700 урынлыҡ тамаша залы, пр‑тиеның хеҙмәт даны музейы, 2 балет класы, ТВ һәм тауыш яҙҙырыу студиялары, кафеһы бар. Мәҙәниәт һарайында 40 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар эшләй. Төп коллективтар: “Ағиҙел” халыҡ бейеүе ансамбле, “Родничок” балалар хореография ансамбле (1964, 1989 й. алып “өлгөлө” исемен йөрөтә; етәксеһе И.М.Матвеева), “Русские напевы” урыҫ йыры ансамбле (1985, 1997 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Т.В.Шилкина), “Улыбка” балалар бал бейеүе ансамбле (1980, 1997 й. алып “өлгөлө”; етәксеһе М.В.Костригина), “Чебурашка” ҡурсаҡ театры, “Пигмалион” пантомима театр-студияһы (1986, 1996 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Ә.Ш.Нәбиева). Мәҙәниәт һарайында йыл һайын “Яҙғы тамсылар” (“Весенние капели”) Респ. балалар ижады конкурсы (1991 й. алып), спорт бейеүҙәре б‑са “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑ның асыҡ Кубогы (2002 й. алып), “Ағиҙел буйҙарында” (“На берегах Агидели”) Респ. хореография коллективтары фестивале (2000 й. алып; 2 йылға 1 тапҡыр) үткәрелә. Мәҙәниәт һарайы бинаһы 20 б. 2‑се ярт. ҡараған архитектура ҡомартҡыһы.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика