НЕФТЕКАМА НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1962 й. Октябрьский нефть техникумының (ҡара: Октябрьский нефть колледжы) Арлан киске бүлексәһе базаһында киске нефть техникумы булараҡ асыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: нефть һәм газ скважиналарын быраулау, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау, сәнәғәт ҡорамалын монтажлау һәм техник файҙаланыу, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыу, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм файҙаланыу, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, электр һәм электр-механик ҡорамалды техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү һ.б. Китапханаһы, ятағы, производство оҫтаханалары, тамаша, тренажёр, 2 спорт залы, тиры, муз. студияһы, мед. пункты, ял итеү кабинеты бар. 21 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2013). Тамамлаусылар араһында А.М.Самсонов. ӨДНТУ, Урал тау (Екатеринбург ҡ.), Ижевск техник һәм Удмурт (Ижевск) ун‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. 

Ф.М.Ҡаҙырбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика