НЕРИС (Бачинскайте‑Бучене) Саломея (4.11.1904, Польша батшалығының Сувалкск губ. Киршяй а. — 7.7.1945, Мәскәү), шағирә. Литва ССР‑ының халыҡ шағиры (1954). “Иртә менән” (“Ранним утром”; 1927), “Ҡомдағы эҙҙәр” (“Следы на песке”; 1931), “Ватылыусан боҙ буйлап” (“По ломкому льду”; 1935), “Йырла, йөрәк, тормошто!” (“Пой, сердце, жизнь!”; 1943; бөтәһе лә — литва телендә) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. 1941 й. дек. алып 1942 й. июненә тиклем Өфөлә йәшәй. Н. шиғырҙарын Ә.Ихсан, Ғ.Әмири, Ә.Әхмәт‑Хужа һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. Сталин пр. лауреаты (1947).

Р.Б.Әхмәҙиев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика