НЕКРАСОВА Ольга Николаевна (5.6.1979, Өфө), спортсы. Туплы хоккей (1998) һәм бобслей (2003) б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Рәсәй физик культура акад. Иркутск филиалын тамамлаған (Мәскәү, 2001). 10‑сы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (туплы хоккей б‑са тренеры В.Б.Рязанов), 2002—03 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (бобслей б‑са тренеры Р.Ш.Фәйезов). Туплы мини‑хоккей б‑са донъя чемп. (1998), туплы хоккей (1997—2001) һәм шайбалы хоккей (2002) б‑са Рәсәй чемп., бобслей б‑са Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2003) һәм бронза (2002) призёры. Үҫмер спортсылар араһында туплы хоккей б‑са халыҡ‑ара Швеция Кубогы турниры еңеүсеһе (1997). Туплы хоккей (1997—2001) һәм бобслей (2002—03) б‑са Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018