НЕКРАСОВ Виктор Борисович (14.7.1925, Өфө), тренер. Спорт гимнастикаһы б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1993), халыҡ‑ара (1997), бөтә Союз (1978) һәм респ. (1961) категориялы судья. БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1987), СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1950 й. алып Өфө авиация техникумында, 1952 й. — “Нефтсе” ДСО‑һында, 1953—58 йй. “Металлург” ДСО‑һында спорт гимнастикаһы б‑са тренер, 1961—66 йй. Салауат Юлаев ис. спорт клубы рәйесе, 1969 й. башлап “Хеҙмәт” стадионы дир., бер үк ваҡытта “Өфөлө” спорт клубы рәйесе, 1971 й. алып ӨАИ‑ла уҡыта, 1975 й. — “Хеҙмәт” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советында тренер, өлкән тренер, 1991— 2009 йй. 16‑сы СДЮСШОР директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 70‑тән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. БР Спорт гимнастикаһы федерацияһы рәйесе (1998—2010). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).  

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика