НЕДОЛИН (Маркелов) Иван Петрович [17.10.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Борон а. (хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны), — 5.3.1947, Мәскәү], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1908—14 йй. Әстерхан ҡ., 1918 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. типографияларында хәреф йыйыусы, 1923—37 йй. “Красная Башкирия” (“Ҡыҙыл Башҡортостан”; ҡара: “Республика Башкортостан”) гәз. хеҙм‑ре. 1938 й. репрессиялана (1946 й. тиклем тотҡонда була). Азат ителгәндән һуң Башҡ‑н дәүләт нәшриәтендә эшләй. 1958 й. аҡлана. “Блюхерҙың рейды” (“Рейд Блюхера”; 1932) очерктар китабында һәм “Артылыш” (“Перевал”; 1934) повесында В.К.Блюхер һәм бер туған Кашириндар етәкс. партизандарҙың Ҡыҙыл Армия частарына ҡушылыу өсөн Көньяҡ Урал буйлап Башҡортостан аша барған походы документаль теүәллек м‑н тасуирлана. “Розалар үҙәне” (“Долина роз”; 1969) мажаралы повесында революция (1917) ваҡиғаларынан алыҫ тау үҙәнендә йәшенеп ҡалырға тырышҡан кешеләрҙең тормошо һүрәтләнә. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Подвиг: рассказы и очерки. Уфа, 1936.

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика