НАФИҠОВА Асия Заҡуан ҡыҙы (9.10.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ураҙбаҡты а. — 4.2.1995, Өфө), актриса. РСФСР‑ҙың атҡ. (1982), БАССР‑ҙың халыҡ (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1956). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1953; К.Ф.Ғәҙелшин курсы) Башҡ. филармонияһы артисы, 1956—94 йй. БАДТ актрисаһы. Күңел йылылығы м‑н тулы тормошсан ҡатын‑ҡыҙ образдарын ижад итә: Әминә (“Муса Йәлил”, Н.Иҫәнбәт; дебют, 1956), Мәстүрә (“Йырланмаған йыр”), Туҡтабикә (“Ҡыҙ урлау”), Миңлекәй (“Айгөл иле”), Ҡорбанбикә (“Киске табын”; бөтәһе лә — М.Кәрим). Комедияларҙағы ролдәре эскерһеҙ йомшаҡ юмор м‑н һуғарылған: Сәрби (“Башмағым”), Гөлбаныу (“Хужа Насретдин”, Н.Иҫәнбәт), Бабакина (“Иванов”, А.П.Чехов), Фырт бисә (“Мут егет” — “Плут”, Л.Пиранделлоның “Лиола” пьесаһы б‑са), Розалия (“Илай белмәгән ҡатын” — “Женщина, которая не умела плакать”, Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1971). 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика