НАФИҠОВ Марат Абдрафиҡ улы [18.4.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мөлкәт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 18.7.1996, Өфө], педагог- методист. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1975), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1994). Мәсәғүт уҡытыусылар ин‑тын (1951), БДУ‑ны (1961) тамамлаған. 1945 й. алып Ҡыйғы р‑нының Абзай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1948— 49 йй. район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1951 й. башлап Дыуан р‑нының Иҫке Хәлил тулы булмаған урта мәктәбе дир., 1955 й. — Салауат р‑нының Арый тулы булмаған урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1964 й. — Берләштерелгән Салауат район халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы. 1965 й. алып Мәсәғүт пед. уч‑щеһы дир. урынбаҫары, 1985 й. — БАССР Халыҡ мәғарифы министрлығы инспекторы, 1990—95 йй. Башҡ‑н Мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты методисы. Башҡ. мәктәптәренең 1—4 кластары өсөн урыҫ теленән дәреслектәр һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы. Дыуан р‑нының Арый урта мәктәбенә уның исеме бирелгән

(1999).  Р.М.Арыҫланов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика