НАТУРАЛИЗМ, Европа әҙәбиәтендәге һәм сәнғәтендәге әҙәби йүнәлеш; тормошто нисек бар шулай, ваҡ‑төйәктәренә тиклем түкмәй-сәсмәй һүрәтләүҙе маҡсат итә. 20 б. баштарында башҡорт әҙәбиәтендә М.Ғафуриҙың “Кеше ашаусылар”, Б.Ғ. Мирзановтың “Исмәғил” поэмаларында; Д.Юлтыйҙың “Ҡәберлектәр өҫтөндә”, “Варшауға килгәс”, “Ҡан баҙары”, “Окопта көҙгө төн”, Т.Йәнәбиҙең “Кем өсөн?” һ.б. шиғырҙарында Н. элементтары сағыла. Был әҫәрҙәрҙә кеше тәбиғәтенең үҙгәрмәүе һәм йәмғиәтте яҡшыртыуға йүнәлтелгән тырышыуҙарҙың файҙаһыҙ булыуы т‑дағы төшөнкө ҡараштар өҫтөнлөк итә. Хәҙ. башҡ. прозаһында Т.Х.Ғарипованың “Бөйрәкәй” (1997— 2004) роман‑эпопеяһында; Т.Й.Ғиниәтуллиндың “Ҡамау” (“Загон”; 1990) романында, “Кисеү” (“Переправа”) повесында, “Һыуыҡ” (“Холод”; икеһе лә — 2004) хикәйәһендә; Р.Камалдың  “Оҙонтал” (2003) романында, “Кәрһеҙ ир” (2001) повесында Н. күренештәре күҙәтелә. 

Ғ.Ғ.Ғәлина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика