НАССОНОВА Руфина Анатольевна (19.3.1939, Өфө), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1963). 1961—95 йй. Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы. Н. эштәре сәхнә формаларын оҫта кәүҙәләндереүе м‑н айырылып тора. Күп кенә сағыу, төрлө пландағы ролдәр башҡара: Юн-Ли (“Тормош сәскәһе” — “Цветок жизни”, А.Правдин; дебют, 1961), Көсөк (“Гав исемле бесәй балаһы” — “Котёнок по имени Гав”, Г.Б.Остер), Төлкө (“Алтын себеш” — “Золотой цыплёнок”, В.Н.Орлов), Тортила, Шушара [“Буратино мажаралары” — “Приключения Буратино”, Л.А.Нечаева һәм И.И.Веткина, А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”) әкиәте б‑са], Гера, Фемида (“Ташлама утты, Прометей!” — “Не бросай огонь, Прометей!”, М. Кәрим). Ю.Н.Елисеевтың “Татлы бәлеш” (“Сладкий пирог”) спектаклен ҡуя (1993). Бөтә Рәсәй драма һәм балалар театрҙары спектаклдәре конкурсы дипломанты (Өфө, 1970). 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика