НАСИРОВА Ғәзизә Ғәлиәскәр ҡыҙы [15.9.1916, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Семёнкин а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 25.4.1994, Салауат ҡ.], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1974) һәм атҡ. (1966) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). 1936—93 йй. Салауат драма театры актрисаһы. Байтаҡ комик, башлыса киҫкен сатирик ролдәрҙә уйнай: Йыһан (“Башмағым”), Йомабикә (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т.Ғиззәт), Хажиана (“Бай һәм хеҙмәтсе”, Х.Х.Ниази), миссис Даджен (“Иблис шәкерте” — “Ученик дьявола”, Б.Шоу). Бигерәк тә әсә образдарын уңышлы кәүҙәләндерә; уларҙа актриса халыҡ аҡылы һыҙаттарын, ҡатын‑ҡыҙҙың киң күңеллелеген, рухи ныҡлығын сағылдыра: Хазина (“Балаҡайҙарым”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Сафура (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов), Әсә (“Ҡанлы туй” — “Кровавая свадьба”, Ф.Гарсия Лорка). “Нур” театрын ойоштороусыларҙың береһе.

 

 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика