• Печать

АҠЪЮЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 71 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Йылайыр й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 485 кеше; 1920 — 582; 1939 — 354; 1959 — 289; 1989 — 132; 2002 — 122; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 й. билдәле (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1790 й. нигеҙ һалынған; 1795 й. 4 йорттан торған утар булараҡ теркәлгән). Тәүге төпләнеүсе Аҡъюл Абҙанов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Йылайыр Тамағы булараҡ билдәле. 1866 й. 52 йортта 301 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, Преображенск заводына руда һәм утын ташыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. В.И.Баймырҙина, Й.С.Ильясова ошо ауылда тыуған.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке