НАСИРОВ Шакир Ғиниәт улы [6.3. 1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибраһим а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 3.10.1968, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. (өҙөклөк м‑н) алып “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре: 1934—35 йй. сектор, 1938 й. һәм 1940 й. бүлек мөдире; 1948 й. баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы, Башҡ‑н китап нәшриәте редакцияһы мөдире; 1955—57 йй. “Һәнәк” ж. яуаплы секретары, 1959— 61 йй. бүлек мөдире. “Хикәйәләр” исемле тәүге китабы 1954 й. сыға. “Туй алдынан” (1961), “Серле ҡая” (1966), “Ике егет” (1974) хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Һөймәгәнгә һөйкәлмә” (1958) һ.б. бер актлы пьесалар авторы. Пьесалары респ. театрҙарында ҡуйыла. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. М.Горькийҙың әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1942). Тыуған ауылында Н. исеме м‑н урам аталған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Бер шаршаулы пьесалар. Өфө, 1970; Летучая мышь: рассказы. Уфа, 1956.

Әҙәб.: К у л и б а й С. Ватан улдары. Өфө, 1972. 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика