“НАРСПИ”, Өфөнөң Орджоникидзе р‑ны Мәҙәниәт һәм халыҡ ижады үҙәгенең сыуаш фольклор-этнографик ансамбле. 1986 й. Археология һәм этнография музейы эргәһендә ойошторола, 2001 й. хәҙ. статусын йөрөтә. 1991 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарында театрлаштырылған “Дуҫтарҙа ҡунаҡта”, “Уңыш байрамы”, “Рекрутҡа оҙатыу” йолалары; “Аҡ ҡайын”, “Ауыл ситендә”, “Өсәү” халыҡ уйындары элементтары м‑н вокаль-бейеү композициялары; шаян инсценировкалар һ.б. бар. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Һаумы, 21 быуат” (“Здравствуй, 21 век”; Өфө, 2001), “Уяв” (Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а., 2007) респ. халыҡ ижады фестивалдәре, “Быуаттар биҙәге” (“Узоры веков”; Чебоксар, 2001) фольклор, “Акатуй” (Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а., 2004), “Юрла, ташла чун-чере” (“Йырла, бейе, күңел!”; Өфө р‑ны Булгаков а., 2009) сыуаш ижады байрамдары, “Салам” сыуаш йыры һәм бейеүе (2012, 2013), “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) Бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивале (2004, 2005; икеһе лә — Өфө), “Шапчак сасси” (“Һандуғас тауышы”; Бишбүләк р‑ны Бишбүләк а., 2005) Төбәк‑ара конкурсы, “Интерфолк” Халыҡара фестивале (С.‑Петербург, 2008) лауреаты; “Волга буйы шишмәләре” (“Родники Поволжья”; 2001), “Рәсәй шишмәлә‑ ре” (“Родники России”; 2006, 2011; икеһе лә — Чебоксар) бөтә Рәсәй халыҡ ижады фестивалдәре, “Ағиҙел тулҡындары” (“Волны Агидели”) Респ. милли мәҙәниәттәр байрамы (Ағиҙел ҡ., 2005) дипломанты һ.б. Ойоштороусылары: А.А.Кондратьев, В.Г.Никитин, И.Г.Тарасов. Художество етәкселәре: Н.Ф.Маков, А.Н.Никитин, Сыуашстан Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика