НАЗАРОВ Рәшит Сәйетбаттал улы (1.11.1944, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны 2‑се Төрөмбәт а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Төрөмбәт а., — 14.10. 2006, Ишембай ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 й. сыға. Н. шиғриәте өсөн ысынбарлыҡты нескә лирик тойомлау, фәлс. уйланыуҙар тәрәнлеге, поэтик образдарҙың үҙенсәлеклеге хас. Ижадында шағир фольклор, көнсығыш һәм Европа әҙәбиәттәре традицияларына таяна. “Ҡояш юлы буйлап” (1970), “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” (1991), “Йәшен” (1994) китаптарына ингән әҫәрҙәренә темперамент, тәрән психологизм, романтик күтәренкелек хас. Н. ш. уҡ сатирик (“Ғәйбәт тоҡсайы”, “Ялыусы” һ.б.) һәм юмористик (“Председатель”, “Карьерист”, “Ғашиҡ булдым” һ.б.) шиғырҙар, мәҫәлдәр (“Остаз”, “Сусҡа хаты”, “Борсаҡ”), эпиграммалар ижад иткән. Әҫәрҙәре урыҫ, төрөк һәм татар телдәренә тәржемә ителгән. Н. шиғырҙарына комп. З.Ғ.Исмәғилев тарафынан хор (а capella) өсөн “Әсә һүҙҙәре” циклы ижад ителгән. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (2004), Ғәлимйән Ибраһимов ис. пр. (1996) лауреаты. Төрөмбәт урта мәктәбендә Н. кабинет-музейы эшләй.

Х е ҙ м.: Әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2002—2005. 

Р.Ф.Мифтахов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

П.: Р.С.Назаров

Яндекс.Метрика