НАҘАНЛЫҠТЫ БӨТӨРӨҮ (ликбез), СССР‑ҙа 1920—30 йй. бөтә өлкәндәрҙе, ш. уҡ мәктәпкә йөрөмәгән үҫмерҙәрҙе мәжбүри рәүештә грамотаға өйрәтеү. 1897 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губернаһында халыҡтың (9 йәштән өлкән) 16,7%‑ы (башҡорттарҙың 18,5%‑ы, татарҙарҙың 19,1%‑ы, урыҫтарҙың 16,2%‑ы), Ырымбур губернаһында 18,3%‑ы (ошоға ярашлы 18%, 27,7% һәм 20,6%) грамоталы була. Совет власы урынлаштырылғандан һуң, Н.б. РСФСР мәғариф ХК мәктәптән тыш бүлегенең (1917 й. ойошторола, 1920 й. алып Сәйәси ағартыу баш идаралығы, етәксеһе Н.К.Крупская) төп бурыстарының береһенә әүерелә. ХКС‑тың 1919 й. 26 дек. “РСФСР халҡының грамотаһыҙлығын бөтөрөү тураһында”ғы декретына ярашлы, республиканың 8—50 йәштәге уҡый-яҙа белмәгән халҡы грамотаға өйрәнергә (туған телендә йә урыҫса) тейеш була, грамоталылар хеҙмәт йөкләмәһе нигеҙендә грамо‑ таһыҙҙарҙы уҡытыуға йәлеп ителә. Йәше үткәндәр өсөн мәктәптәр, балалар йорто, колония һ.б. учреждениелар эргәһендә мәктәптәр асыла. 15‑тән ашыу грамотаһыҙ кешеһе булған һәр торама пункт грамота мәктәбе йә Н.б. пункты (ликпункт) асырға тейеш бу‑ ла. Уҡыусылар дәреслектәр һәм уҡыу-яҙыу кәрәк-ярағы м‑н бушлай тәьмин ителә, улар өсөн эш көнө 2 сәғәткә ҡыҫҡартыла (эш хаҡы һаҡлана). Бөтә башҡ. һәм Өфө губерна грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү ғәҙәттән тыш комиссиялары (1920—30) һәм Бөтә Рәсәй “Бөтһөн грамотаһыҙлыҡ” йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе (1924—36) ликбез курстары ойоштороуҙы, уҡытыусылар (грамотаһыҙлыҡты бөтөрөүселәр) әҙерләүҙе, уҡыу әҙәбиәте нәшер итеүҙе һ.б. контролгә ала. Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге тарафынан ликпункттар һәм 1‑се баҫҡыс мәктәптәр өсөн урыҫ телендә М.И.Обуховтың “Өлкәндәр һәм үҙ алдына өйрәнгәндәр өсөн әлифба” (“Букварь для взрослых и самоучек”, 1919; 1921 й. яңынан баҫтырыла) әсбабы нәшер ителә. Бөтә башҡ. грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү ғәҙәттән тыш комиссияһы 1921 й. 7 февр. “Бөтә грамоталы халыҡты грамотаһыҙҙарҙы уҡытыуға мәжбүри йәлеп итеү тураһында” ҡарарын ҡабул итә. 1921 й. башына Бәләкәй Башҡортостанда 393 ликпункт (6,5 меңдән ашыу уҡыу‑ сы) эшләй. Башҡорт, татар, сыуаш телдәрендә уҡытылған ликпункттарҙа 1922—28 йй. 173 меңдән ашыу кеше уҡытып сығарыла. 1926 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, халыҡтың грамоталылығы 46%‑ҡа етә, ш. иҫ. башҡорттарҙа 35%, татарҙарҙа 45%, урыҫтарҙа 53% була; ҡатын-ҡыҙ араһында 24%‑ҡа етә. 1929 й. ғәрәп яҙмаһынан латин алфавитына, 1939 й. кириллицаға күсеү арҡаһында ғәрәп яҙмаһын өйрәнгәндәрҙе ике тапҡыр ҡабатлап уҡытырға тура килә. 30‑сы йй. башында балаларға дөйөм мәжбүри башланғыс белем биреү индерелгәс, грамоталылыҡ кимәле күтәрелә, ликпункттар пр‑тиеларҙа производствонан айырылмайынса берҙәм кадрҙар әҙерләү системаһы (ҡара: Киске мәктәптәр) итеп үҙгәртелә. БАССР ХКС‑ы 1931 й. 4 окт. “Грамотаһыҙҙарҙы дөйөм уҡытыу тураһында” ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы, республиканың өлкән йәштәге халҡы араһында Н.б. программаһы эшләнә. 1920—30 йй. 1,1 млн ашыу кеше уҡытыла. 30‑сы йй. аҙ. СССР‑ҙа Н.б. т‑да иғлан ителә. БАССР‑ҙа, 1939 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, халыҡтың 20%‑тан ашыуы грамотаһыҙ була. 1959 й. респ. грамоталылыҡ кимәле 99%‑ҡа етә, 1960 йй. уртаһында Н.б. тамамлана.

Әҙәб.: Г и б а д у л л и н а Л.Г. Деятельность Башкирской партийной организации по ликвидации неграмотности взрослого населения (1917— 1939 гг.). Пермь, 1977. 

А.И.Ҡаһарманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика