НАГАЕВА Лидия Ислам ҡыҙы (24.4. 1938, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Асҡын а.), бейеүсе, халыҡ бейеүҙәрен ҡуйыусы. Тарих ф. канд. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1965). БДУ‑ны тамамлаған (1961). 1960— 72 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. 1975 й. алып ТТӘИ‑лә ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — БДПИ‑ла уҡыта. 1994 й. башлап БР Мәғариф министрлығының Уҡыусы йәштәрҙең мәҙәни үҙәгендә, 1998—2002 йй. Мәскәүҙең 1186‑сы урта мәктәбендә (этномәҙәниәт компоненты б‑са дир. урынбаҫары) эшләй. Н. бейеү сәнғәтенә хислелек, нескәлек һәм һығылмалыҡ хас. “Кейәү” (“Жених”), “Шаян ҡыҙҙар”, “Бүләк”, “Дуҫлыҡ”, “Ете ҡыҙ” һ.б. шаян һәм лирик, ш. уҡ донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡара. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорттарҙың традицион хореография сәнғәтен өйрәнеүгә арналған. Экспедициялар ваҡытында туплаған этнографик материалдарға нигеҙләнеп, юғала барған халыҡ бейеүҙәрен (“Ҡарабай”, “Ҡара юрға”, “Үҙән буйы” һ.б.) тергеҙә, уларҙың кинетограммаларын төҙөй. Традицион байрамдарҙы һәм йолаларҙы сағылдырған “30‑сы йылдарҙағы йәштәр уйындары”, “Ҡарға бутҡаһында ҡыҙҙар уйыны” (ҡара: Ҡарғатуй), “Яулыҡ сөйөү”, “Кәкүк сәйе” (ҡара: Кәкүк сәйе) вокаль-хореографик постановкаларын, “Дим буйы башҡорттары бейеүе”, “Ҡара-ҡаршы”, “Тимербайҙың улдары”, “Кәкүк”, “Ҡабырсаҡ” кеүек бейеүҙәрҙе ҡуя. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Ҡобайыр” фольклор-этнографик ансамбленең ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе.

Х е ҙ м.: Танцы восточных башкир. М., 1981; Башкирская народная хореография. Уфа, 1995.

О.Ғ.Вилданова, Ф.А.Фәйезова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика