НАГАЕВ Матвей Назарович (22.9. 1892, Пермь губ. Осинцево а. — 28.2.1984, Өфө), яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). 1932 й. алып БАССР‑ҙың төрлө пр‑тиеларында эшләй, 1939— 41 йй. һәм 1948—50 йй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһының урыҫ яҙыусылары секцияһы етәксеһе. А.х. коллективлаштырыу т‑дағы “Урал армыттарында” (“На отрогах Урала”; 2 китапта, 1937—1941) романы, Граждандар һуғышы һәм һуғыштан һуңғы тормошто үҙгәртеп ҡороу т‑дағы “Ике ғүмер” (“Две жизни”; 1958), “Көслө тулҡындар аша” (“Через бурные волны”; 1962) повестары авторы. 

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика