НАГАЕВ Герман Данилович (11.6. 1913, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 26.7. 1913, Вятка губ. Котельнич ҡ. — 11.11.1979, Мәскәү), яҙыусы. “Күгәрсендәр” (“Голуби”), “Һуғыш йырҙары” (“Песни войны”; икеһе лә — 1942) шиғри йыйынтыҡтары, “Ока буйында булған хәл” (“Приокская быль”; 1958), “Яңы быуат” (“Новый век”; 1960) һ.б. романдар авторы. Һуғыш йылдарында Силәбе ҡ. эшләй, йыш ҡына Туймазы ҡ. була. “Туймазы” (“Туймаза”; 1949) очерктар китабында, “Девон” (1966) романында Б.В. һуғышы йылдарында Башҡортостанда девон нефте ятҡылыҡ‑тарын асыу тарихы сағылдырыла. 

М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика