АҠҺЫРҒАҠ (Veratrum), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда аҡ А. (ябай А.) үҫә. Күп һанлы һутлы тамырлы, ҡыҫҡа йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, йыуан, йомро, өҫкө өлөшөндә ҡыҫҡа төклө, бейеклеге 50—150 см. Япрағы оҙон көпшә еңсәле, сиратлы, дуға һымаҡ һеңерсәле; аҫҡы япрағы эре, киң эллиптик формала; өҫкөһө тарыраҡ, ланцет рәүешендә. Сәскәһе ваҡ, һарғылт йәшел, һепертке сәскәлегенә йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Дымлы киң япраҡлы, ҡатнаш урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, ҡыуаҡлыҡта, һыубаҫар һәм сағыл болонда үҫә; респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Составында алкалоидтар, флавоноидтар һ.б. бар; медицинала һәм ветеринарияла ҡулланыла. Ағыулы үҫемлек.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018