МУТИН Мөхтәр Исхаҡ улы [25.12. 1886, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Үрге Таҡталасыҡ а. (ТРҙың Аҡтаныш рны) — 3.6.1941, Магадан өлк.], актёр, реж., театр эшмәкәре. ТАССРҙың атҡ. артисы (1926). Мутиндар нәҫеленән. Бәләбәй тау учщеһын тамамлаған (1902). 1906—08 йй. Ырымбур мосолман диниә назаратында (Өфө) бухгалтер, 1910 й. “Сәйяр” труппаһы, 1912 й. алып “Нур”, 1915 й. — “Ширҡәт” (бер үк ваҡытта Граждандар һуғышы йылдарында Көнсығыш фронттың 1се, 2се, 5се армияларының фронт театрҙарында уйнай), 1919 й. — Өфө татар-башҡ. үрнәк театры (ҡара: Үрнәк татар-башҡорт театры) актёры, 1920 й. — ТАССР Мәғариф ХКның театр бүлеге мөдире, Беренсе татар театры (икеһе ләҠазан) актёры, реж., 1922 й. — Башҡ. драма театрының баш реж., 1924—37 йй. Татар акад. театры, Башҡ. драма театры актёры, режиссёры. Беренсе татар һәм башҡ. трагик актёры. Уның тәүге ролдәренә рухи күтәренкелек, хислелек кенә түгел, натурализм элементтары мн бергә саманан тыш экспрессия хас: Эдип (“Эдип батша” — “Эдип-царь”, Софокл), Гамлет һәм Отелло (У.Шекспирҙың ш. уҡ исемле трагедиялары), Хөсәйен (“Альмансор”, Г.Гейне), Сәлимйән (“Зөләйха”, Ғ.Исхаҡи). 30сы йй. М. ижады романтик патетика һыҙаттарын һаҡлап, реалистик тәрәнлеккә эйә була бара: Гофрай (“Миркәй менән Айһылыу”, Н.Иҫәнбәт), Бикташ (“Яллаусы”, Т.Ғиззәт), Бардин (“Дошмандар” — “Враги”, М.Горький иң билдәлеләре: МөғтәсимМ. (1791— ?), зауряд-сотник (1808). 1824 й. башлап йорт старшинаһы, 1838 й. — 11се башҡ. кантонының кантон башлығы ярҙамсыһы; ҒисмәтуллаМ. (1794— ?), поход зауряд-яҫауылы (1831). 11се башҡ. кантонында йорт зауряд-яҫауылы булып, 1818 й., 1830 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә; ҒәбделбасирМ. (1797—?), хорунжий (1839). 1818 й. алып 11се башҡ. кантонында хеҙмәт итә, 1818 й., 1823 й. Ҡазан губернаһында этап хеҙмәтендә, 1838 й. башлап 11се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы; Мөхәммәтша М. (1801—?), зауряд-хорунжий (1827). 1819 й. алып 11се башҡ. кантонында, 1820 й., 1823 й., 1829 й., 1832 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә; Әхмәт‑шаМ. (1804—?), сотник (1804). Хиуапо ходында (183940) ҡатнашыусы, 1826 й. башлап 11се башҡ. кантонында, 1831 й. — Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә; Мөхәмәтйәр М. (1816—?), зауряд-хорунжий (1859). 11се башҡ. кантонында хеҙмәт итә; Ибраһим М. (1819— ?), урядник (1859). 1859 й. 11се башҡ. кантонында йорт старшинаһы. Уның улы И.И.Мутин. М.И.Мутин ш. уҡ М. нәҫеленә ҡарай. М. нәҫеле Өфө губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 2се киҫәгенә яҙылған (1900).

А.Й.Ильясова, Ә.З.Әсфәндиәров, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке